"Я.Хамматов"темаһына дәрестә ҡулланыу өсөн презентация

- Рубрика: Презентации / Другие презентации
- Просмотров: 8
Презентация ""Я.Хамматов"темаһына дәрестә ҡулланыу өсөн презентация" онлайн бесплатно на сайте электронных школьных учебников psschool.ru
Белорет районы Манышты төп дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фәйзуллина Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы
* Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Исмаҡай ауылында тыуған.
* 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй.
1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.ШМАС(школ младших авиационных специалистов ,йәғни кесе авиация мәктәбен тамамлай.
1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый.
1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була.
1947 йылдан 1-се секретарь итеп һайлана
1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында , унан һуң 1952 йылға тиклем”Башзолото” тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары була.
1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.
1956 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын(Хәҙерге БДУ) тамамлай.
1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
1963-1669 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була.
Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай.Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була. Яныбай Хамматов 20-нән ашыу китап авторы
Әҫәрҙәре
Бөртөкләп йыйыла алтын(роман) 1966й.
Аҡман-тоҡман (роман)1971й.
Йәшенле йәй (роман)1976й.
Юрғашты( роман)1980й.
Руда (роман)1982й.
Йондоҙҙар нисек ҡабына ( роман)1969й.
Төньяҡ амурҙары ( роман-дилогия)1983-1985 йй.
Тыуған көн (роман)1978й
Башҡорттар китте һуғышҡа ( роман)1990й.
Комбриг Мортазин ( роман)1992й.
Ҡара яу (роман)1995й.
Ағиҙел Иҙелгә ҡоя (роман)1995й.
Салауат (роман)2000й.
Һырдарья (роман)2000й.
Башҡорт ханы (роман)2003й
Ҡаһарманлыҡ( повесть)1989й.
Иҙел башы (роман)1987й
Автобиографик әҫәрҙәре
Хәсрәтле бала саҡ.1997й.
Тормош һабаҡтары( 2 китап)2000й.
Әҙәбиәт һуҡмағында( 3 китап)2007й.
Баҫылмаған әҫәрҙәре:
*Ижад(автобиографик әҫәр-4 китап)
*Арҡайым(повесть-фараз)
*Роман-детектив
Маҡтаулы исемдәре
ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы(1974)
Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы(1975)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәҙниәт хеҙмәткәре(1985)
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994)
Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премиһы лауреаты(1997)
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы(2000)
М.Аҡмулла исемендәге премия(2000)
“ Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”(1956)
СССР оборонаһы министерствоһының дипломы
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы(2000)
Белорет ҡалаһының Почетлы гражданины(2014)
Исемкәйе мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр
Белорет ҡалаһының алдынғы гимназияларының береһенә Яныбай Хамматов исеме бирелгән.
*Яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуған ауылында уға арналған музей бар.
*Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза өлкәһендә әүҙем эшләүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған.
*Ике йылға бер тапҡыр район, хәҙер инде Республика күләмендә Яныбай Хамматов һабаҡтары” бәйгеһен үткәреү яҡшы йола әйләнгән.
Был бәйгелә беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ситтән тороп ҡатнашып, призлы урындар яулағандары бар.